0%

Ҡәҙерле апайыма. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Ҡәҙерле апайыма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 31.03.2002.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Апайым Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙына.

Яҙмыш hинән бер ни йәлләмәгән:
Дуҫтарың күп, эшең абруйлы,
Донъяң тулы, ғаиләң бәхетле,
Барған ерең hәр саҡ hый-туйлы.

Ни теләhәң, шул ҡулыңдан килә,
Йөҙөң яҡты, hүҙең үтемле.
Күпме көс hалынған шулар өсөн,
Әлдә әле үҙең түҙемле.

Бер ни hиңә еңел бирелмәгән,
Бер нәмәң дә бушҡа килмәгән.
Күпме йөрәк көсөң, хеҙмәт менән
Һин бөтәhе өсөн түләгән.

Апай ҙа hин беҙгә, әсәй ҙә hин,
Кәңәшеңә мохтаж барыбыҙ.
Ярҙамыңдан Хоҙай айырмаhын,
Һинән башҡа ҡайҙа барырбыҙ?

Бәхетлеhең, сөнки hин тормоштоң,
Һәр мәленән шатлыҡ табаhың.
Кешеләргә ярҙам итә алhаң,
Һин үҙеңә бәхет алаhың.

Мәңге йәшә, йәшә беҙҙең өсөн,
Һаулыҡ, бәхет юлдаш булhындар.
Бөтә теләктәрең ҡабул булhын,
Ҡулдарыңа ҡунhын йондоҙҙар!